» » » Ҡуян менән терпе - вегетариан


Авторҙар / Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр

Ҡуян менән терпе - вегетариан

Ҡуян менән терпе - вегетариан
Балалар, иҫләйһегеҙме, журналыбыҙҙа үткән йылдың 5-се һанында «Ағас ни өсөн һыуҙа батмай?» исемле әкиәт баҫылғайны? Әйҙәгеҙ, бергәләп дауамын уҡыйыҡ!
Таңсулпан Ғарипова
Ҡуян менән терпе - вегетариан
(Әкиәт)
 
— Тилберкәй, һин өйҙәме? — ҡуян Ҡустыбай, ағас ҡыуышынан өн-ауаз сыҡмағас, йәнә өндәшкән. —Ишегеңде ниңә асмайһың ул?
— Ә һин ... кем?
— Танымайһың әллә?
— Танымайым шул. Мин һине тәҙрәнән баянан бирле күҙәтәм. Һин минең дуҫым ҡуян Ҡустыбайға оҡшамағанһың.
— Бәй! Мин бит ул — дуҫың Ҡустыбай. Тик бына тунымды алыштырҙым. Әсәй: «Ҡуяндар ҡыш аҡ тунда,
аҡ быймала, аҡ кәпәстә йөрөргә тейеш», — ти.
— Ә нишләп мин алыштырмайым тунымды? — тип Тилберкәй ишеген аса башлаған.
— Тимәк, һинеке йәй өсөн дә, ҡыш өсөн дә уңайлы, — тигән дә ишектән атылып килеп ингән Ҡустыбай. — Беләһеңме, теге беҙ һинең менән күргән һыу...
— Беҙ һинең менән саҡ-саҡ батып үлмәгән, — тип һүҙ ҡыҫтырған Тилберкәй. — Шунан?
— Эйе, беҙ һинең инде баттым тигәндә Ағас-ағай
килеп ҡотҡарған һыу... туңған! Шыуырға ифрат шәп!
Бына былай, былай!...
— Һи-һин... унда булдыңмы ни?!
— Булыу ғынамы? Һыу аша сығырға ла уйлағайным, тик һине иҫкә төшөрҙөм. Әйҙә, икәүләп! Бергә-бергә!..
— Әсәй: «Терпеләр ҡыш көнө өйөнән сыҡмай», — ти!
— Ә үҙе ниңә күренмәй?
Тилберкәй шыбырлауға күсеп: «Күрше ағас төбөнә сысҡандар оялаған. Әсәй шунда һунарға китте».
— Фу-у, — тип танауын йыйырған Ҡустыбай. — Сысҡан да булды ризыҡ... Бына, мәҫәлән, кишер, йә
кәбеҫтә булһа!..
— Зинһар, юҡты һөйләмә, дуҫҡайым, — Тилберкәй мейес артындағы быймаһына үрелгән.
Йәһәтерәк бул! Әсәйең ҡайтҡансы!..
... һәм бына улар бата яҙған һыуға килеп тә еткәндәр.
— Ярай, ҡар ҡалын түгел, юғиһә, дуҫҡайым, һинең  был тоҡор аяҡтарың менән мәңге килеп етә алмаҫ
инек, — тигән Ҡустыбай, боҙ өҫтөндә тегеләй-былай шыуа башлаған Тилберкәйгә ҡарап. — Аҙаҡ шыуырбыҙ!
Ә хәҙер — алға! Һыу артында ниҙәр бар — шуны күрергә!
Боҙ аша сығып, саҡ ҡына барғас, йәшел төҫтәге ҙур бер ағас тирәһендә ҡулға-ҡул тотоношоп әйләнгән йәнлектәрҙе күргәндәр.
— Ай-яй-яй! — Ҡустыбай үҙенең оҙон аяҡтарының ҡалтырауын тойған. — Ҡарасәле... Айыу, бүре, төлкө... тағы әллә кемдәр! — Ул тиҙ генә Тилберкәй янына боҫҡан. — Һиңә рәхәт, сәнскеләрең бар...
— Ә һинең, дуҫҡайым, оҙон ботоң, бөтә нәмәне бер юлы күрә торған ҡылый күҙҙәрең...
— Ҡастыҡ бынан, киттек! — Ҡустыбай әйтеп тә өлгөргән, уны ниндәйҙер көслө ҡулдар күтәреп тә алған.
— Ай-й-й! Ебәрегеҙ!..
— Сыйылдай! Тибешә! Ха-ха-ха! Ҡара, ҡара: терпе лә ултыра.
— Ҡайҙа?
— Ана, ана — аяҡ аҫтында!
— Терпе?!
Ҡустыбайҙың йөрәге «дөп-дөп» типкән, ә Тилберкәй «пуф-пуф» килеп үҙенең асыуын белдергән. Хәҙер улар үҙҙәрен тотоп урман эсенә елдергән заттарҙың исеме «малайҙар» икәнен төшөнгәндәр.
Береһе:
— Ана, Руслан саңғыла китеп бара! Эй-й, әйҙә беҙҙең янға! Ҡуян тоттоҡ, шешлек бешерәбеҙ! Терпе лә бар!
Ике ҡулына ла таяҡ тотҡан Руслан улар эргәһенә килде:
— Ҡайҙан алдығыҙ быларҙы?
— Үҙҙәре килде. Шыршы янына ҡунаҡҡа!
— Бир әле миңә! — Ҡустыбай Русландың ҡулына күскәнен тойҙо. — Эй-й-й, Ҡуян, аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян, беҙгә ҡунаҡҡа килгән! Ә уны яуыз малайҙар тотоп та алған. Шулаймы?
— Беҙ яуыз түгел!
— Яуыз булмағас, ниңә уларҙы кире ебәрмәйһегеҙ?
— Үҙҙәре килгән бит!
— Һеҙ үҙегеҙгә килгән бөтә ҡунаҡтарҙы ла шулай этләйһегеҙме?
— Юҡсы... — Малайҙар бер-береһенә ҡарашҡан.
— Былар ҙа бит ҡунаҡ. Урман ҡунаҡтары. Әйҙәгеҙ, беҙ уларҙы ... матурлап өйҙәренә оҙатайыҡ.
— Нисек инде?... — бер малай Русландың ҡулына үрелгән. — Хужа булып та алдың! Ҡуянды башта мин тоттом. Ул — минеке!
Ҡустыбай был саҡта Русландың ҡуйынына нығыраҡ һыйынған.
— Ә бына быны, — Руслан, йоҙроғон малайҙың моронона терәгән. — Татып ҡарағың килмәйме?
Малайҙар таралған. Тороп ҡалғандары:
— Ҡайҙа илтергә быларҙы? — типһораған.
— Ебәрәйек — үҙҙәре юл табыр, күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалайыҡ, — тигән Руслан.
Йылға аша сыҡҡас, Ҡустыбай үҙ юлы менән киткән, ә Тилберкәй өйөнә ыңғайлаған. Әсәһе һунарҙан
төнләтеп кенә ҡайтҡан.
— Ана, — тигән ул, сысҡан балаһы. Ашап туйып ят!
— Мин бынан кире сысҡан ашамайым, — тигән Терпекәй.
— Ниңә?!.
— Минең яуыз булғым килмәй. Яуыз ул — насар.
— Уны кемдән ишеттең?
Терпегә әсәһенә бөгөн күргәндәрен һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалмаған.
— Әләйһәң, — тигән әсәһе,
— һин тәүге терпе-вегетариан
булаһың инде. — Ит ашамағандарҙы шулай тип йөрөтәләр.
— Ҡустыбай ҙа ит ашамай, — тигән Терпекәй.
— Ул да вегетариан.
— Ура! — тип ҡысҡырған Тилберкәй. Дуҫым да, мин дә — вегетариан. Беҙ — бер туғандар!
— И минең аппағым, йомшағым, — тип һөйгән терпекәйҙе әсәһе. — Әл дә иҫән ҡайтҡанһың, әл дә
яҡшы малайға осрағанһың!
Шунан бирле Терпе менән Ҡуян вегетариандар бөтөнләй айырылмаҫ дуҫҡа әйләнгән Терпе ҡышҡылыҡҡа күп итеп бәшмәк, емеш киптергән, ә Ҡуянды иһә аяҡтары туйҙырған: йүгереп йөрөп ағас ҡайырыһы кимергән, үлән, тамыр ашаған.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор