» » » Дуҫ итеп кенә һөйләйем

Баҫылды : 18-01-2017, 10:33 |
Рубрика: Авторҙар / Шиғырҙар / Минең ғаиләм / Хайуандар илендә
Просмотров: 113
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 01-2017
Рубрика: Авторҙар / Шиғырҙар / Минең ғаиләм / Хайуандар илендә
Исеме: Дуҫ итеп кенә һөйләйем
Автор: Рәдиф Тимершин
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя Ҡәйүмова

Авторҙар / Шиғырҙар / Минең ғаиләм / Хайуандар илендә

Дуҫ итеп кенә һөйләйем

Дуҫ итеп кенә һөйләйем

 

Дуҫ итеп кенә һөйләйем

Дуҫ итеп кенә һөйләйем 

Беләһең бит, беҙҙең баҡса

Терәлгән әрәмәгә.

Шул тирәнән ҡайтып барһам,

Күҙ төштө бер нәмәгә:

Яңы яуған ҡар өҫтөндә –

Ниндәйҙер сәйер эҙҙәр!

Иҫкә төштө, ҡышын ҡуян

Килгеләй, тигән һүҙҙәр.

"Нисек ҡуян тоторға?” тип

Уйлап йөрөгәс оҙаҡ,

Һалдым ҡуян һуҡмағына

Сымдан яһалған тоҙаҡ.

Көн дә сығып, ҡарап алам:

Эләкмәгәнме ҡуян?

Ҡар күмгән тоҙаҡты шунан

Ҡалҡытыбыраҡ ҡуям.

Эләкте бер заман теге!

Үҙем дә уяу бит, ә!

Тик тоҙаҡҡа ҡуян түгел,

Эләккән... Мыяубикә!

Ярай, бер кем дә күрмәне,

Белмәне әле, ярай.

Дуҫ итеп кенә һөйләйем,

Өндәшмә инде, малай...

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор