» » » Күрше ҡыҙы Рәүилә

Баҫылды : 24-12-2016, 14:58 |
Рубрика: Авторҙар / Исемдәр/Имена / Алтын бишек / Минең ғаиләм
Просмотров: 232
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 12-2016
Рубрика: Авторҙар / Исемдәр/Имена / Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:
Автор: Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя Зыяи

Авторҙар / Исемдәр/Имена / Алтын бишек / Минең ғаиләм

Күрше ҡыҙы Рәүилә

Күрше ҡыҙы Рәүилә

 

 

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Күрше ҡыҙы Рәүилә

 

Күрше ҡыҙы Рәүилә

Бик матур бейей белә,

Каникулда ауылға

Гелән ҡунаҡҡа килә.

Олатаһы ейәнсәргә

Быйманы үҙе баҫҡан,

Үҙе матур, эй ҙә йомшаҡ,

Ә төҫтәре ап-аҡтан.

Быйма кейеп Рәүилә

Көҙгө алдына килә.

Бейеп-ырғып уйнаны,

Ҡотлайым, тип, быйманы.

Аяҡтарын һелтәгәйне

Матур баҫам, тип, харап,

Быймалары һыпырылып

Осто көҙгөгә ҡарап.

Селпәрәмә килеп көҙгө

Шунда ыуылып төштө.

Олатаһы ла аһ итте:

— Балам, боҙҙоң бит эште.

Ярсыҡтарҙы йыйып ҡыҙ

Олатаһын йыуата:

— Инде бейегән сағымда

Гелән кейермен ҡата.

 

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.