» » Ҡыш бабайым ифрат уңған...

Баҫылды : 24-12-2016, 14:51 |
Рубрика: Байрамдар / Яңы йыл / Авторҙар
Просмотров: 248
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 12-2016
Рубрика: Байрамдар / Яңы йыл / Авторҙар
Исеме: Ҡыш бабайым ифрат уңған...
Автор: Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя Зыяи

Байрамдар / Яңы йыл / Авторҙар

Ҡыш бабайым ифрат уңған...

 

 

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Ҡыш бабайым ифрат уңған...

Ҡыш бабайым ифрат уңған

Ҡыуаҡлыҡҡа ҡыуыш ҡорған,

Убаларға көпө һырған,

Ужымдарға япҡан юрған.

Аҡсарлаҡ булып аҡ ҡарҙар

Йәшел шыршыларға ҡунған,

Боҙ ялтырай күл өҫтөндә,

Йылғала һыу күптән туңған.

Ҡайындарҙа ялтыр һырға,

Сыңлауҙары оҡшай йырға,

Өйҙәр тәпәшләнеп ҡалған,

Ҡыйыҡтарға кәпәс һалған.

Шишмә генә бирешмәгән,

Һаман аға сылтыр-сылтыр,

Билғаулаған көмөш ҡәмәр,

Семәрләгән селтәр-селтәр.

Ҡыш бабайым бигрәк уңған,

Биҙәгән һәр ерҙе йылдам,

Саңғы, сана, коньки менән

Ҡаршылайым уны йыл да.

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.