» » » Йәйғорло йыл

Баҫылды : 9-12-2016, 13:27 |
Рубрика: Авторҙар / Йыл миҙгелдәре / Тәржемәләр
Просмотров: 240
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2016
Рубрика: Авторҙар / Йыл миҙгелдәре / Тәржемәләр
Исеме: Йәйғорло йыл
Автор: Земфира Аҡбутина
Район:
Ауыл:
Рәссам: Яна Мазманиди

Авторҙар / Йыл миҙгелдәре / Тәржемәләр

Йәйғорло йыл

Йәйғорло йыл

 

 

 

Земфира Аҡбутина

Йәйғорло йыл

 

 

Борон заманда йәшәгән

Йәшел тигән бер ағай.

Буяу алып, ул яҙ көнө

Ағастарҙы буяған.

Йәйгә Йәшел ағайыбыҙ

Саҡырған бар төҫтәрҙе.

Алһыу, ҡыҙыл, күк һәм йәшел -

Донъяға йәм өҫтәлде!

Көҙҙәр еткәс, биҙәкләргә

Тотона Һары ағай.

Ул һарғайтҡас, бар тәбиғәт

Нәҡ алтын булып баға.

Ҡыш етеүгә, бумалаһын

Ана, Аҡ ағай ала.

Эй тырыша, Ер өҫтө, ти

Ятмаһын булып ала.

Ҡар иреүгә, буяуҙарға

Тотона Ҡара ағай.

Мансығас ҡараға ерҙе,

Ҡарҙар һыу булып аға.

Һыуҙы, йылғаны һәм күкте

Зәңгәр ағай буяны.

Ҡоштар осҡан зәңгәрлеккә –

Күккә ҡарап туйманым.

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.