» » Аҡбуҙат / Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Баҫылды : 1-01-2011, 07:07 |
Рубрика: Яңылыҡтар
Просмотров: 1 018
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 1-2011
Рубрика: Яңылыҡтар
Исеме: Аҡбуҙат
Автор: Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Яңылыҡтар

Аҡбуҙат / Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Аҡбуҙат / Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Хыялдарҙы бойомға ул
Ашыра,
Балаларҙың янына гел
Ашыға.

Һай, ҡанатлы Аҡбуҙатым –
Нурлы ат!
Һай, тылсымлы Аҡбуҙатым –
Тоғро ат!

Һинең менән осам, гүйә,
Күктәргә,
Киң ҡанатың бейектәргә
Күтәрә!

Аҡбуҙ иле – һандуғаслы,
Торналы,
Ҡурай моңло, ҡумыҙ сыңлы,
Һомайлы.

Һай, йөрәкле “Аҡбуҙат”ым –
Зирәк һин!
Бик кескәй булһаң да, илгә
Терәк һин!
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.