» ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

Баҫылды : 26-09-2016, 11:47 |
Рубрика: ---
Просмотров: 213
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 06-2016
Рубрика: ---
Исеме:
Автор: Ғайсар Ҡансурин
Район: Ейәнсура районы
Ауыл: Байыш ауылы
Рәссам:

---

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 

Ғайсар Ҡансурин «Бәпембә» II Республика балалар шиғриәте фестивале лауреаты. Ул Ейәнсура районы Байыш ауылынан. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияинтернатында уҡый.
 

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 

Һунарсы, мәхшәрҙе күргәс,
Тотонған, ти, башына.
"Төлкө бикле, тағы кем
Тауығымды ашаған?”
 
Эй шатланып, эй ҡыуанып
Сапҡан, ти, шуға табан.
Инде ҡаптым, тигәнендә
Күк йөҙө ергә ауған.
Ҡурҡышынан сытырлатып
Күҙҙәрен йомған ерән.
Ә асҡанда инде үҙен
Оло ҡапҡанда күргән.
 

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 

Борон-борон заманда

Төпкөл ҡара урманда

Йәшәгән, ти, бер төлкө —

Торғаны менән көлкө.

 

Ә төлкөгә шул кәрәк тә —

Тороп сапҡан йүгереп,

Алдын-артын ҡарамайса,

Бәхетенән илереп.

 

Шулай итеп ерән төлкө

Хәйлә менән алдырған.

Бер ҡатлы һунарсы шулай

Төп башына ултырған.

 

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 

Шуны ғына көтөп торған

Һунарсы килеп еткән.

Төлкөнө һалып елкәгә,

Өйөнә ҡайтып киткән.

 

Һимеҙ-һимеҙ тауыҡтарҙың

Башына еткән төлкө.

Таң атыуға ситлегенә

Килеп ауған көс-хәлгә.

 

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 


Быны күреп, аптыраштан
Һунарсыбыҙ шаҡ ҡатҡан.
Үлде, тип уйлап, ерәнде
Сүплеккә барып атҡан.
 
Елкәһендә уның гел
Хәйлә тоҡсайы торған.
Кемде нисек алдарға, тип
Ул һәр саҡ хәйлә ҡорған.
 
Ҡайһы саҡ хәйләкәрлек
Ярҙам да иткәне бар.
Төлкө менән булған хәлде
Һөйләп китәйем, дуҫтар.
 

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 

Хоҙай уға ҡотолоу юлын
Уйламаҫ ерҙән биргән.
Ҡаҙыған юлы уның
Кетәккә алып килгән.
 
Аҙбарҙа ул төлкөнө
Япҡан оло ситлеккә.
Ә ситлеге хәтәр ныҡ, ти,
Сығам, тимә, иреккә.
 
Эй ҡайғырған Ерәнбай,
Үкереп тороп илаған.
Иректә йәшәгән көнөн,
Күрәһең, ныҡ һағынған.
 
 

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 

 Бер саҡ шулай был ерән дуҫ
Йыйынған, ти, һунарға,
Өс көн, өс төн ашамаған
Хәле булмаған шуға.
 
Саҡ һөйрәлеп йөрөй торғас,
Ни күрһен, ти, күҙҙәре:
Ҙур аҡландың уртаһында
Ята ҙур ит киҫәге!
 
Ә туҡ төлкө был ваҡытта
Йоҡлай икән үлгәндәй.
Һунарсы төртөп ҡараһа,
Бер ниндәй тауыш бирмәй.
 
 

ХӘЙЛӘКӘР ТӨЛКӨ

 

 Бишенсе көн ҡарай төлкө
Һунарсы ситлегенән.
Нисек ҡасып ҡотолорға
Белмәй, ти, был бәләнән?
 
"Хәйлә менән хәл итмәйсә
Булмаҫ инде был хәлде.”
Шулай үҙенсә план ҡора,
 
Аңдый ул ыңғай мәлде.
Ләкин һунарсы ҡулынан
Ҡотолоу — уйын эшме.
Күп уйлағас, ситлек төбөн
Ҡаҙырға ул кереште.


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.