Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 29-08-2016, 12:37 | Категория: ---

Просмотров 121
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2016
Рубрика:---
Исеме:
Автор:Тимур РӘХМӘТУЛЛИН
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ

Офоҡ

 

  Сейәлетау башына менгән Йәмил тирә-яҡҡа ҡарап торғас ҡартатаһына:  
  — Ҡартатай, ана ҡаршылағы тауҙың осоноң аръяғында нимә икән? – тип һорап ҡуйҙы.
  — Улым, ул тауҙың башында булған офоҡ шикелле аръяғында лаофоҡ.
  — Ә офоҡтоң аръяғында?
  — Шулай уҡ офоҡ.
  — Нисек улай? Ә офоҡ нимә була ул, ҡартатай?
  — Офоҡ – ул күҙ күреме еткән ерҙең сиге.
  — Ә ерҙең сиге буламы ул?
  — Юҡ, улым, Ер үҙе бер түңәрәк шар.
  — Ҡояш, Ай һымаҡмы?  
  — Әйе.  
  — Ҡартатай, ә көндөҙ яҡтыртып торған Ҡояш төнөн ҡайҙа була ул?  
  — Офоҡ артына үтеп, Айға урын биреп, Ерҙең икенсе яғына шыла.  
  Йәмил бер аҙ уйланып торғас:  
  — Ҡартатай, Ай менән Ҡояш һәр саҡ шулай айырым йөрөйҙәрме?
  — Юҡ, улым. Улар һәр саҡ Ер менән бергә.
  — Ә Ер улар менән нисек бергә була ул? – бер ни аңламаны Йәмил.
  — Ҡояш, Ай, Ер бер-береһенә бәйләнгән татыу бер ғаилә. Ер – ул биләүҙә ятҡан кескәй бер бала. Ҡояш ул– наҙлы әсәй. Ерҙе туйындырыр, йәшәтер өсөн ул көн һайын үҙенең йылыһын, наҙын өлөшә. Ә Ай ул– атай. Ер-бала менән Ҡояш-әсә ял итһен өсөн төндәрен һаҡта тора.
  — Хәтәр, ҡартатай, – Йәмил һоҡланып ҡуйҙы. – Мин Ерҙе лә, атай-әсәйемде лә, Ай-ҡояшты ла һәм һинең менән өләсәйҙе лә ныҡ яратам.
  Ҡартатаһы Йәмилде ҡосаҡлап алды:
  — Улым, мин дә һеҙҙең барағыҙҙыла яратам! Йәмил ҡартатаһының күкрәгенә башын һалды, ә ҡартатаһы офоҡтарға ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
 
 
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Йомортҡа тын аламы?/Тәскирә Даянова

Йомортҡа тын аламы?/Тәскирә Даянова

Йәмил тауыҡтар менән дуҫлашты....
Комментарийҙар