» Бигерак дуҫ маймыл менән

Баҫылды : 25-08-2016, 16:06 |
Рубрика: ---
Просмотров: 234
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 07-2016
Рубрика: ---
Исеме:
Автор: Мөнир ҠУНАФИН
Район:
Ауыл:
Рәссам: Яна МАЗМАНИДИ

---

Бигерак дуҫ маймыл менән

 Мөнир ҠУНАФИН

 

Бигерак дуҫ маймыл менән

 

   Шалҡан тигән ауылға күсеп сыҡҡас, минең күршегәИльяс исемле малай менән атаәсәһе килеп урынлашты. Күршең һәйбәт булһа, йәшәүе лә рәхәт, күңелле лә.
   Был алты йәшлек малай менән танышыу ҡыҙыҡҡына килеп сыҡты. Ике-өс көн үткәс, ишекте лә шаҡып тормай үҙе килеп инде кескәй күршем. Килеп ингәс күрешеп тә торманы был, ә былай тип хәбәр һалды:
   — О, бында китаптар күп икән, тау кеүек. Ә һинең кәнфитең бармы?
   Ҡай саҡ, ҡунаҡ-фәлән килһә, тип алып ҡуя торғайным да, бөгөн күршемдең инерен кем белгән, ҡуй инде, өҫтәлдә лә, шкафта ла бер бөртөк кәнфит ҡалһасы. Үҙем дә бик яратам шул, бөткән инде. Эҙләп маташтым да, тапмағас, шаярырға булдым.
   — Кисә генә ошонда өс "баунти-маунти” һалып ҡуйғайным, бөгөн юҡ, теге әшәке маймыл тәки урлап ашап ҡуйған икән.— Шунан, һүҙҙеикенсегәборорға теләп, малайҙың исемен һорашам. — Ә һинең исемең нисек? Мин Мөнир булам.
   — Һин вәпше алдаша белмәйең, кәнфит юҡ, тиң дә ҡуй. Маймыл беҙҙә тормай, ул йыраҡта, Африкаламы, Бохараламы йәшәй, — тип ебәрҙе был. — Һе, минең исемде барыһы ла белә ул, Ильяс таһа һуң мин.
   — Белмәгәйнем шул, Иль-я-ас икән, — тигән булдым. Оялдым үҙем, барыһы ла белә, мин генә белмәйем. Ишеү кеҫәлә ҡунаҡты һыйларға бер бөртөк кәнфит тә юҡ.
   — Һыу булһа ла эсер, — ти был хәҙер.
   — Нишләп, һыуһап киттеңме ни?
 
 

Бигерак дуҫ маймыл менән

 

 
 
   — Беренсе тапҡыр килгән ҡунаҡтыңһыу эсереп булһа ла күңелен күр. Өләсәй булһа, өйрәтер ине үҙеңә.
   Күҙем шарҙай булды, был тиклем дә зирәк, был тиклем дә күпте белгән бала күреп өйрәнмәгәс, аптыраным. Шулай ҙа тиҙ үк әмәлен таптым.
   — Әйҙә мин һине һыу менән түгел, шиғыр менән һыйлайым.
   — Ундай һыйҙы күргән юҡ әле.
   Өйөлөп ятҡан китаптар эргәһенә аяҡтарҙы салып ултырҙыҡ.
   — Муллалар һымаҡ ултырҙыҡ, иве-ет,
   — Ильяс йылмайып ҡуйҙы.
   — Ғабдулла Туҡай тигән шағир яҙған быны. «Ғәли менән Кәзә», — тип шиғырҙың исемен әйтеүем булды, күршем тағы һүҙгә ҡушылды.
   — Өләсәйҙәрҙең дә кәзәһе  бар, һөҙөшкәк үҙе.  
   — Һөҙөшмәһен өсөн икмәк бирергә кәрәк ине үҙенә. Ана шул турала шиғыр, — Ильястың күҙҙәре янып, ҡолаҡтары тырпайып китте. Уҡый башланым.
   — Беҙҙең Ғәли бигерәк татыу кәзә менән,
   Бына кәзә ҡарап тора тәҙрәнән.
   Ғәли уны үлән менән ҡунаҡ итә,
   Кәзә рәхмәт уҡый — һаҡалын һелкетә.
   — Ҡыҙыҡ шиғыр. Икмәк бирмәгән шулай ҙа, йәлләгән, — тип һығымта яһап ҡуйҙы кескәй дуҫым. Шунан ҡапыл көлөп ебәрҙе. — Эйе шул,  беҙҙең дә кәзә бесән ашағанда һаҡалын һелкетә лә ул. Өләсәйгә шулай рәхмәт әйткән инде.
   Бик ҡәнәғәт булып ҡайтып китте Ильяс.
   Эштән ҡайтышлай күп итеп кәнфит алдым. Күршемдеңтағы ҡунаҡҡа инеүе барҙаһа. Шулай булды ла, ҡайтыуыма ҡапҡа төбөндә үк көтөп тора был. Өйгә эйәреп ингәс, хәбәрен дә һалды.
   — Мин Туҡай булдым.
   — Нисек? — Шиғыр уйлап таптым.
   — Йә әле, һөйлә.
   — Һинең турала ул. Тик һин үпкәләмә, йәме. Мин вәпше үпкәләгән малайҙарҙы яратмайым.
 
 
 

Бигерак дуҫ маймыл менән

 

 
 
 
    — Юҡ, мин бит егет кеше, үпкәләмәйем.
    Ильяс тәүҙәыштанын тартып алды, шунан түбәләге лампочкаға ҡарап торҙо. Оҙаҡ торҙо. Бер нисә тапҡыр "э-э-э” тип тамаҡ ҡырып алды.
    — Нимә, оноттоңмо әллә?
    — Әҙерәк оноттом әле ул. Теге кисәге шиғыр нисек башлана әле?
    — "Беҙҙең Ғәли бигерәк татыу кәзә менән…”
    — Булды, иҫләнем...—һәм китте Ильяс һөйләп, йыр йырлаймы ни, бер тынала туҡтамай ғына һөйләне ләҡуйҙы.
    — Беҙҙең Мөнир бигерәк дуҫ маймыл менән,
    Маймыл йөрөй шкаф башында.
    Мөнир уға шаярып таш бәрә,
    Маймыл аңламай, уға кәнфит елгәрә.
    Мин шаҡ ҡаттым. Ни әйтергә белмәй торҙом бер аҙ. Шунан ҡосаҡлап алдым:
    — Үҙең уйлап таптыңмы?
    — Мин булмай, әтеү маймылмы ни?!
   Ильястың алдына күп итеп кәнфит һалдым: "Шәп уйлап тапҡанһың. Мин бына үпкәләмәйем дә хатта”.
   Ильяс ҡайтыр саҡта шулай ҙа һорап ҡуйҙым әле:
   — Һин маймылды нишләп шкаф башына мендерҙең һуң? Ул Африкала йәшәй, тигәйнең түгелме!
   — Һин башҡаса алдашмаһын өсөн шулай уйланым.
   "Ярай, башҡаса алдашмайым”, —тип оҙатып ҡалдым зирәк һәм аҡыллы оло күршемде.
  

Бигерак дуҫ маймыл менән

 



Рәссам Яна МАЗМАНИДИ

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.