» » » Кәнфиттәр ҡайҙа үҫә?

Баҫылды : 20-08-2016, 11:15 |
Рубрика: Алтын бишек / Минең ғаиләм
Просмотров: 203
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 05-2016
Рубрика: Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:
Автор: Мөкәрәмә Садыҡова
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ЗЫЯИ

Алтын бишек / Минең ғаиләм

Кәнфиттәр ҡайҙа үҫә?

 

 

                                       


Рәйес әсәһенең магазиндан тәмле нәмәләр алып ҡайтыуын көтөп кенә тора. Ә бына эшкә китеүен һис яратмай. Сөнки әсәһе баҫыуҙа саҡта, уға кескәй Зөлфиәне ҡарарға тура килә. Зөлфиә ағаһы менән гел уйнап ҡына ултырмай, бер ҙә юҡтан көйһөҙләнә, илай башлай...

Рәйес бер көн:

— Әсәй, һин сөгөлдөр баҫыуына эшкә барма, ә магазинға ғына бар. Эштә һин оҙаҡ тораһың, ә магазиндан тиҙ ҙә ҡайтаһың, беҙгә кәнфиттәр ҙә һатып алаһың, — тине.

Нәфисә апай көлдө лә:

— Әй, улым, улым, кәнфит-перәниктәрҙе тәүҙә үҫтерергә кәрәк бит әле. Улар магазинға үҙҙәре килеп инмәй, — тине.

Рәйес, әсәһен тәүге тапҡыр күргәндәй, күҙҙәрен тултырып ҡараны ла:

— Кәнфит-перәникте баҫыуҙа үҫтерәләрме ни? — тип һораны.

— Эйе, баҫыуҙа үҫтерәләр шул. Икенсе көндө Нәфисә апай үҙе эшләгән сөгөлдөр баҫыуына Рәйес менән Зөлфиәне лә алып барҙы. Ләкин ул эшләгән баҫыуҙа комбайн аҡтарып киткән һарғылт япраҡлы, оҙон тамырлы сөгөлдөрҙәрҙән башҡа бер нәмә лә юҡ ине.

— Ә кәнфит-перәниктәр ҡайҙа? — тине Рәйес.

— Кәнфит! — тип ҡулын һуҙҙы кескәй Зөлфиә.

— Һеҙ бына ошонда, ыҙан буйында, уйнай тороғоҙ, ә мин хәҙер кәнфит-перәниктәрҙе әҙерләйем, — тине Нәфисә апай. Үҙе, ең һыҙғанып, тупраҡ эсендә ятҡан эре-эре сөгөлдөрҙәрҙе бысаҡ менән берәм-берәм ҡырып таҙарта башланы. Ул шул тиклем шәп эшләй, хатта ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй ине. Күп тә үтмәне, Нәфисә апай эргәһендә ҙур- ҙур сөгөлдөр өйөмдәре барлыҡҡа килде. Рәйес бер аҙ шунда уралып йөрөнө лә, әсәһе эшләгән ергә ҡаҙалған кескәй ҡыҙыл флагты күреп:


— Әсәй, ә ниңә ул флагты ҡаҙағандар? — тип һораны. Нәфисә апай:

— Әсәйең йәй буйына тырышып эшләп, сөгөлдөрҙән мул уңыш үҫтергәне өсөн бирҙеләр уны! — тине.

Рәйескә күңелле булып китте. Тик ул кисәнән бирле күңелендә йөрөгән шикте әйтмәйенсә булдыра алманы.

— Һин бит кәнфит үҫтермәйһең, ә сөгөлдөр үҫтерәһең, әсәй. Кисә шаяртып ҡына әйттең, эйе бит? — тип һораны.

— Юҡ, шаяртманым, балам, дөрөҫө шулай, — тине Нәфисә апай, эшенән туҡтамай ғына. 

— Бына ошо сөгөлдөрҙәрҙең һутынан заводта шәкәр яһала. Ә шәкәрҙән төрлө-төрлө кәнфиттәр эшләнә, онға ҡатыштырып перәниктәр, печеньелар бешерелә. Тимәк, мин кәнфит эшләнә торған шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәм! Бына йәһәт кенә бөтә сөгөлдөрҙәрҙе лә таҙартып бөтөрәйек тә, машинаға тейәп, заводҡа оҙатайыҡ. Унан беҙҙең магазинға күп итеп тәмле кәнфиттәр, перәниктәр эшләп ебәрерҙәр. Шунан беҙ уларҙы өйгә алып ҡайтып, бергәләп һыйланырбыҙ! — тине Нәфисә апай, йылмайып.

 

Рәссам Майя ЗЫЯИ

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.