» » Хәрефтәр

Баҫылды : 10-08-2016, 13:07 |
Рубрика: Туған тел / Минең әлифбам
Просмотров: 184
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2016
Рубрика: Туған тел / Минең әлифбам
Исеме:
Автор: Тамара Искәндәриә
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Туған тел / Минең әлифбам

Хәрефтәр

Хәрефтәр
 
 Толпар
Дөп” тә "дөп” дөпөлдәп,
Бышҡырып,
Һелкетеп сиҙәмде,
Ажғырып,
Зиңкетеп зиһенде,
Тертләтеп,
Тояҡтан ергә ут
Үртләтеп
Килгән бер толпарҙы
Мин күрҙем!
Болоттай ялдарын
Мин үрҙем! ...
Хыялда ялдарын
Мин үрҙем!..
 

Хәрефтәр

 

 
Тып-тын ғына,
Шып-шым ғына,
Бышылдап шыбыр-шыбыр
Үҫеп сыға күксәскәләр,
Ниндәйен улар сабыр!
 
Тырыш, ҡыйыу ҙа мин,
Таҫыллымын,
Һәтәү булһам да,мин
Аҡыллымын!.. 
 

Хәрефтәр

 

Бәҫ һырыған ағасҡа,
Бәҫен белә ул хәҙер.
Йомшаҡ бәрхәт мамыҡтан
Аҡеләне лә әҙер.
Сулпыларын тағыр ҙа
Бәҫле генә ултырыр.
Ҡыҙылтүштәр килеүгә
Шулай балҡып ул торор!
   
 
Энәғараҡ
Эй, энәғараҡ!
Энә ҡарағы!
Килә минең гел
Һиңә ҡарағы.
Ялтыр кейемең
Зөмрәт йәшелдән.
Ҡанаттарыңа
Серҙәр йәшенгән.
Эй көйәҙ үҙең,
Бер аҙ ҡыйпысыҡ.
Йылға өҫтөнә,
Әйҙә, осоп сыҡ!
Талпынып ос һин,
Мин дә йөҙәйем.
Көс бирһен миңә
Тылсымлы йәйем! 
 

Хәрефтәр

 

 Тубырсыҡ
Алһыу ғына тубырсыҡ,
Көлһыу ғына тубырсыҡ!
Ылыҫына йәбешкән ул,
Бөрөһөнән ҡубырсып.
Йомшаҡ йәшел энәһе
Уны һаҡлаған була.
Тубырсығын ҡурсалап,
Ул һамаҡлаған була:
 

 Эй сабата, сабата!
Кис була ла таң ата.
Олатайҙың сабатаһы
Һаҡалдарын тағата...
 

Хәрефтәр

 

Ҡояш һәм дуҫ

"Һин ҡояшҡа оҡшағанһың”,
Тине миңә иптәшем.
Тик ҡояшты оҙатҡанда
Сыҡты уның күҙ йәше.
Һәр кис оҙатып ҡала ла
Көтөп ала ҡояшты.
Болотло көндө тәҡәте
Ташып, сиктәрҙән ашты!
Кәйефеңде күтәр әле,
Бир биште, бына усым!
Болот артында түгелмен,
Яныңда бит мин - дуҫың! 

 

Хәрефтәр

 

Сабата

Эй сабата, сабата,
Сабата шәп атлата!
Ҡара әле эҙҙәреңә
Һырлыһүрәттәр ята.
Һүрәттәр бит шаҡмаҡтан,
Түгел дә минахмаҡтан
Туҡылдатып бейеп китһәм
Үҙең әйткән таҡмаҡтан!
Бөттөмө ни таҡмағың?
Киптеме ни тамағың?
Эҙҙәремдә нисә шаҡмаҡ
Килдеме ни һанағың?
 
 
 "Ҡарама һин, ылыҫ, тип,
Ҡайһылай ул ҡырыҫ, тип.
Кәрәк булһа, ҡоросмон,
Тубырсыҡҡа - ырыҫмын!”

 

Хәрефтәр

 

Бөрө генә булып,
Бөрө булып,
Һере генә булып,
Тере булып
Йомшаҡ көтөй булып,
Тәтәй булып,
Һәтәү генә үҙем
Бәпәй булып,
Асыламын елгә
Аҫыл булып,
Ағас япрағына
Асыл булып 

 

 
 
Мең-мең тамыр аша үтеп,
Тишәләр ер ҡыртышын.
Сәләмләйҙәр ерҙе-күкте,
Үлән, ҡыяҡ, артышын.
Шикләнә лә белмәй улар,
Белмәй улар ятһына.
"Был донъяға беҙ кәрәк!” - тип
Өмөтләнеп таж һона.
 
 

Хәрефтәр

 

Терпекәй

Энәле, тиҙәр микән,

Кенәле, тиҙәр микән.

Үсегер ҙә үҙе килеп

Инәлер, тиҙәр микән?

Инәлмәйем бер кемгә!

Кенә ҡыумам бер көн дә.

Үҙ алдыма йөрөй бирәм,

Ҡушылмайым төркөмгә.

Дуҫым да, дошманым да,

Тәүләп һүҙ ҡушҡанында,

Сәнскеле йоморсаҡҡа

Әйләнһәм - бошмаһын да! 

Яуыз түгел мин үҙем,

Мөлдөрәп тора күҙем!

Хәҙер алма килтерермен,

Бер аҙ ғына бул түҙем!

 

 

 


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.