Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  2. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  3. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  4. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  5. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 8-08-2016, 09:55 | Категория: Фотолар / Мөғжизә иле-мәктәбем

Просмотров 228
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2016
Рубрика:Фотолар / Мөғжизә иле-мәктәбем
Исеме:Тейенкәйҙәр янында
Автор:Айнар БАЙБУЛАТОВ
Район:Баймаҡ
Ауыл:Урғаҙа
Рәссам:

Тейенкәйҙәр янында

 Тейенкәйҙәр янында

 Журналыбыҙ геройы — пар ҡанатлы Аҡбуҙат Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының "Гөлнәзирә” балалар баҡсаһына ҡунаҡҡа барғайны. "Тейенкәй” төркөмөндә тормош гөрләп тора икән! Кескәйҙәр тәрбиәсе апайҙары Зилә Солтанәхмәт ҡыҙы Үлйәбаева, Люция Фәтих ҡыҙы Муралеева менән бергә ҡунаҡты көләс йөҙ менән ҡаршы алды.

Аҡбуҙат. Һаумыһығыҙ, тейенкәйҙәр? Хәлдәрегеҙ нисек?
Тәрбиәсе апай. Һаумы, һаумы, "Аҡбуҙат”! Һине күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Ҡыуанышып йәшәп ятабыҙ.
Тейенкәйҙәр. Тейен кеүек етеҙ, йылғыр беҙ. Баҡсаға бик теләп йөрөйбөҙ.
 Тейенкәйҙәр янында

 Тейенкәйҙәр янында

 Тейенкәйҙәр янында

 Тейенкәйҙәр янында

Төрлө уйындар уйнайбыҙ, ярыштар үткәрәбеҙ.

Аҡбуҙат. Һеҙгә күстәнәстәр алып килдем. Һәләттәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле? (Кескәйҙәр Аҡбуҙатҡа йырлап, бейеп, шиғырҙар һөйләп күрһәтә).
Тәрбиәсе апай. Ә бына Розалия Цыплакова һәм Айзилә Мусина исемле ҡыҙҙарыбыҙ һүрәт төшөрөү буйынса ярышта 1-се урынды яуланы. Аҡбуҙат. Әүҙем ҡыҙҙарға ла бүләктәрем әҙер!
Тәрбиәсе апай. "Аҡбуҙат” журналын яратып уҡыйбыҙ. Шиғырҙарын ятлайбыҙ, әкиәттәрен, пьесаларын сәхнәләштерәбеҙ, уйындарын уйнайбыҙ.
Тейенкәйҙәр. Журналдың һәр бер һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Тағы ла ниндәй яңылыҡтар менән ҡыуандыра беҙҙе "Аҡбуҙат”? Аҡбуҙат. Быны һеҙ баҫмабыҙҙың киләһе һандарында белерһегеҙ! Яҙылырға ғына онотмағыҙ!
Айнар БАЙБУЛАТОВ әҙерләне.  
 Тейенкәйҙәр янында

 Тейенкәйҙәр янында

 


 

 
 
 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар