» » Хәрефтәр

Баҫылды : 8-08-2016, 09:04 |
Рубрика: Туған тел / Минең әлифбам
Просмотров: 466
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2016
Рубрика: Туған тел / Минең әлифбам
Исеме:
Автор: Земфира СӘХИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Туған тел / Минең әлифбам

Хәрефтәр

 
 Земфира СӘХИПОВА
 
 
 
Хәрефтәр
 
 
Әбәк уйыны бик мәҙәк,
Әйҙә, уйнайыҡ бергәләп.
 
Юлай килә шатланып,
Юрғаһына атланып.
 
Ямғырҙан һуң йүгерҙек
Ялан аяҡ, күрегеҙ!
 
 Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
 
 
 

Хәрефтәр

 

Үрелеп үҫә үрмәгөл
Үрелеп өҙә күрмәгеҙ.
 
Фонарь тотоп ҡулына
Фатих сыҡты юлына.
 
Хайран ҡалдым хәтәр эшкә,
"Хәйләкәр”ҙе күреп төштә.
 
 
Ҙур үҫтем, тип, Зилара
Ҙурҙар булып ҡылана.
 
Емеш-еләк уңған саҡ —
Ең һыҙғанып йыйған саҡ.
 

Хәрефтәр 

 
 Алмаларҙың алһыуы
Албырғатты Алһыуҙы.

Быҙау килгән ҡунаҡҡа —
Бөгөн баҫҡан тояҡҡа. 
 
 Ысыҡ төшкән үләндәр
Ынйыға күмелгәндәр.
 
Быныһы — түңәрәк күл,
Уны яһаны циркул 
 
Этаяҡҡа аш һалдым,
Этем килеп ашаһын. 

Хәрефтәр 

 
Жираф тора үрелеп,
Журналда үҙен күреп.
 
Зыр-зыр-зыр итә,
Зырлай ҙа осоп китә.   

Ишәк ишен табалмаған —
Ишәклеген аңламаған.
 
 Эй, ҡыҫала, ҡыҫала,
Ҡайсың ҡаты ҡыҫа ла!
 
 То-роҡ, то-роҡ торналар —
Тымыҡ күлдә торалар.
 
 Уҡа, уҡа, еләнем,
Уҡтай, атта еләмен.
 

Хәрефтәр

 
 Шар ҙа осмай, өрмәһәң,
Шарик, улай өрмә һин.
 
Щетка кейем таҙарта,
Щетка теште ағарта.
 
Алъяпҡысым тегелгән,
Ашъяулығым сигелгән.
 
 Валсыҡтарын икмәктең
Ваҡлап, тапап китмәгеҙ.
 
Гөлйөҙөмдөң бәрәсе
Гел илай ” – бә” — бәләсел.
 
 

Хәрефтәр

 

Парлап баҫып, теҙелеп,
Паркка киттек, күрегеҙ.
 
 Рөстәм кәнфит тарата.
Рим дә кәнфит ярата.
 
Себешкәйем сип-сип,
Селәүҙәрҙе тип-тип.
 
Йылға аша күтәреп,
Йәйғор һалған күперен. 
 
 Кәзә, кәзә, кәзәкәй,
Кейеп ебәр кәзәкей.
 
Ҡуян ҡунаҡҡа килгән,
Ҡулына ҡумта элгән.
 

Хәрефтәр

 

 Ғәли ҡурайҙа уйнай,

Ғәйшә ҡушылып йырлай.

 

Дағалары алтындан

Дан ҡаҙанған атымдың. 

 

Һәүкәшкәйем, барып "эшкә”,

Һөт йыйып ҡайтсы төшкә. 

 

Циркач бейек һикерҙе,

Цирк көмбәҙенә тейҙе 

 

Чемпионатта ҡатнашып,

Чемпион булды яҡташым. 

 

 

Хәрефтәр

 

Ләлә һүрәт төшөрә,

Ләйсән туҡмас бешерә. 

 

 

Мырау-мырау мырауҡай,

Мыры бөтһә, тырнаҡл 

 

Нәфисә менән Нәфис,

Нәфүзә, шунан Әлфис.


Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы —
Оло һүҙен тыңлағыҙ.
 
Өлфәттең дуҫы —
"Аҡбуҙат”, Өйҙә көтә— Аҡбу
 
 


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.