» » » ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

Баҫылды : 9-09-2013, 14:40 |
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Просмотров: 1 089
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2013
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме: ЙОМРОҠАЙ
Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ЗЫЯИ

Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

Әкиәт

Урманда Йомроҡай тигән иркә генә терпе балаһы йәшәй. Ул һәр саҡ күккә ҡарап, бейектә осҡан ҡоштарға көнләште. Улар һымаҡ юғарыла булғыһы килде. Бер мәл өҫкә ҡарап ултырғанда, эргәһенә тып итеп бер ҡош килеп төштө. Терпе уға асыуланды:
— Һин кем? Нишләп ишегалдыма рөхсәтһеҙ төштөң?
— Мин бөркөт балаһы. Осорға өйрәнәм. Бөгөн хәлем бөттө.
— Асыҡҡанһың, шуға хәлең юҡ, — тип уны йәлләп, терпе бер кәрзин алма алып сыҡты. — Мә, оялма, аша, тик мине иң текә тауға алып мен. Бик бейектә йәшәгем килә.
— Унда бер үҙеңә ҡыйын булыр.
— Ҡыйын, имеш! Нишләп улай булғас, һеҙ бейектә оя ҡорҙоғоҙ? Һин тауҙы минән ҡыҙғанаһың!
Нишләһен бөркөт балаһы? Үҙенә ярҙам иткән терпене, әлбиттә, иң бейек тау башында ҡалдырып китте. Терпе әллә кем булып ҡалҡып тороп баҫыуы булды, тегене әсе ел улай ҙа-былай ҙа тәгәрәтергә керешмәһенме! Унан дауыл башланды, дауыл даулашты, үҙенең аңлайышһыҙ телендә терпегә аҡырҙы-үкерҙе, йәмһеҙ итеп көлдө, ваҡ таштар менән бәргесләне. Шунан тирә-яҡты ҡуйы болот ҡаплап алды. Ҡаплау ғына түгел Йомроҡайҙы ныҡ итеп сырманы, быуҙы, өшөттө-ҡатырҙы. Унан ҡапыл ҡояш килеп сыҡты ла, һис аяп торманы, терпегә әсе, эҫе уҡтарын ҡаҙаны, киптерҙе. Тау башында күләгә лә, йылыныр өң дә, эсер һыу ҙа тапманы Йомроҡай. Тамам хәле бөтөп, йығйлғас, уны бер өйөрмә эләктереп алды һәм зыр әйләндереп атып бәрҙе. Ярар әле йомарланып өлгөрҙө, юғиһә, осло таштар эсен яра ине. Ауыш урынға барып төшкән Йомроҡай түбәнгә тәгәрләне. Әй, тәгәрләне, әй тәгәрләне… Бер заман күҙен асһа, үҙенең урманында ята, имеш. Бәләкәс терпе ҡыуанысынан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Һынған энәләрен рәтләп, яраларын үлән менән дауалап, үҙенең өңөнә шып-шым ғына ҡайтып инде. Туғандарынан, дуҫтарынан оят ине уға. Бер нисә көн өңөнән сыҡмай ятты. Ә сығыуға Йомроҡайҙы бөркөт балаһы ҡаршы алды.

— Һөйөнсө, мин ныҡлап осорға өйрәндем! Әйҙә, һине икенсе тауҙарға алып менәм. Улар тағы ла бейегерәк!
— Бейегерәк! — тип ҡото осоп ебәрҙе терпе. — Юҡ, бейегәйгән һайын, улар яуызыраҡ! Минең елем тәртиплерәк. Болотом йомшағыраҡ. Ҡояшым яғымлыраҡ. Һауам тәмлерәк. Япрағым йәшелерәк. Өңөм йылыраҡ.
Йомроҡайға хәҙер үҙ ерендәге һәр нәмә йылмайып ҡарай ине. Шуға ла ул:
Тыуған ерҙә рәхәтерәк, сөнки бында һәр бер үлән миңә яҡлауыраҡ… Йылмайыуыраҡ! — тип, яңы һүҙ яһап әйтте лә ҡуйҙы.Быны ишеткән һәр кем йылмаймай түҙә алманы.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.