» » ТЕРЕ ХӘРЕФТӘР

Баҫылды : 5-08-2016, 09:05 |
Рубрика: ИҒЛАНДАР / Минең әлифбам
Просмотров: 332
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2016
Рубрика: ИҒЛАНДАР / Минең әлифбам
Исеме:
Автор: Земфира СӘХИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

ИҒЛАНДАР / Минең әлифбам

ТЕРЕ ХӘРЕФТӘР

ТЕРЕ ХӘРЕФТӘР


ТЕРЕ ХӘРЕФТӘР
Алмаларҙың алһыуы
Албырғатты Алһыуҙы.

Быҙау килгән ҡунаҡҡа —
Бөгөн баҫҡан тояҡҡа.

Валсыҡтарын икмәктең
Ваҡлап, тапап китмәгеҙ.

Гөлйөҙөмдөң бәрәсе
Гел илай” – бә” — бәләсел.

Ғәли ҡурайҙа уйнай,
Ғәйшә ҡушылып йырлай.

Дағалары алтындан
Дан ҡаҙанған атымдың.

Ҙур үҫтем, тип, Зилара
Ҙурҙар булып ҡылана.

Емеш-еләк уңған саҡ —
Ең һыҙғаныпйыйған саҡ.

Елкаға элдек кисен
Елка биҙәүестәрен.

Жираф тора үрелеп,
Журналда үҙен күреп.

Зыр-зыр-зыр итә,
Зырлай ҙа осоп китә.

Ишәк ишен табалмаған —
Ишәклеген аңламаған.

Йылға аша күтәреп,
Йәйғор һалған күперен.

Кәзә, кәзә, кәзәкәй,
Кейеп ебәр кәзәкәй.

Ҡуян ҡунаҡҡа килгән,
Ҡулына ҡумта элгән.

Ләлә һүрәт төшөрә,
Ләйсән туҡмас бешерә.

Мырау-мырау мырауҡай
Мыры бөтһә, тырнаҡлай.

Нәфисә менән Нәфис,
Нәфүзә шунан Әлфис.

Таң атҡанда таң ҡалаһың
Таңдың алһыулығына.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы —
Оло һүҙен тыңлағыҙ.

Өлфәттең дуҫы — "Аҡбуҙат”,
Өйҙә көтә—Аҡбуҙ ат.

Парлап баҫып, теҙелеп,
Паркка киттек, күрегеҙ.

Рөстәм кәнфит тарата.
Рим дә кәнфит ярата.

Себешкәйем сип-сип,
Селәүеңде тип-тип.

Эй, ҡыҫала, ҡыҫала,
Ҡайсың ҡатыҡыҫа ла!

Тор-оҡ, тор-оҡ торналар —
Тымыҡ күлдә торалар.

Уҡа, уҡа еләнем,
Уҡтай, атта еләмен.

Үрелеп үҫә үрмәгөл
Үрелеп өҙә күрмәгеҙ.

Фонарь тотоп ҡулына
Фатихсыҡты юлына.

Хайран ҡалдым хәтәр эшкә,
"Хәйләкәр”ҙе күреп төштә.

Һәүкәшкәйем барып "эшкә”,
Һөт йыйып ҡайтсы төшкә.

Циркач бейек һикерҙе,
Цирк көмбәҙенә тейҙе.

Чемпионатта ҡатнашып,
Чемпион булды яҡташым.

Шар ҙа осмай, өрмәһәң,
Шарик, улай өрмә һин.

Щетка кейем таҙарта,
Щетка теште ағарта.

Алъяпҡысым тегелгән,
Ашъяулығым сигелгән.

Ысыҡ төшкән үләндәр
Ынйыға күмелгәндәр.

Быныһы — түңәрәк күл,
Уны яһаны циркуль.

Этаяҡҡа аш һалдым,
Этемкилеп ашаһын.

Әбәк уйыны бик мәҙәк,
Әйҙә, уйнайыҡ бергәләп.

Юлай килә шатланып,
Юрғаһына атланып.

Ямғырҙан һуң йүгерҙек
Ялан аяҡ, күрегеҙ!

Земфира СӘХИПОВА
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.