Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 4-05-2016, 17:32 | Категория: Авторҙар, Тылсымлы һандыҡ, Хайуандар илендә

Просмотров 223
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2016
Рубрика:Авторҙар, Тылсымлы һандыҡ, Хайуандар илендә
Исеме:Ағас ни өсөн һыуҙа батмай?
Автор:Таңсулпан ҒАРИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

 

Таңсулпан ҒАРИПОВА

 

 

Ағас ни өсөн һыуҙа батмай?

 

Улар икеһе лә ҡара урманда күрше генә үҫкән ҡарт ҡарамалар ҡыуышында тыуҙы. Кес кенә саҡтарында улар бер-береһен белмәй ине. Бер мәл яҡтылыҡ һәм йылылыҡ күбәйә башлағас, сабыйҙар әкрен генә тышҡа сығып йөрөй башланы. Шунда улар берен-бере күреп ҡалды.

— Һин кем ул? — тине оҙон ҡолаҡлы ҡыя ҙур күҙле йомғаҡ.

— Мин ҡуян-ҡустыбай. Әсәйем миңә шулай өндәшә. Ә һин үҙең кем булаһың?

— Мин – терпе-тилберкәй. Әсәйем миңә шулай әйтә.

— Тышта рәхәт икән, тине ҡуян арлы-бирле һикергеләп. Әллә әсәйҙәр юҡта йөрөп киләбеҙме?

— Әсәйем миңә, сығып йөрөмә, аппағым-йомшағым, йә һыуға батып ҡуйырһың, тине бит әле.

— И-и-и! Әсәйҙәр ҡайтҡансы әле...

Әйҙә, алайһа!..

Китә былар. Бер саҡ урман бөтә. Алда ағарып ятҡан ниҙер күренә.

— Уй, уй! – терпе-тилберкәй артҡа сигенә. - Ошо һыуҙыр әле.

— Булһа! – алдараҡ барған ҡуян-ҡустыбай уға ишара яһай (ҡул болғай). – Кил әле, кил яҡыныраҡ!

Иҫтәрең дә китер! Теге ялтыр нәмәкәйгә ҡарайҙар ҙа улар, шаҡ ҡаталар: улар бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған, бигерәк ирмәк кенә икәндәр.

— Уф! Минең ... ҡолаҡтарым шундай ҙур! Аяҡтарым – оҙон, ә ҡойроғом – тоҡос!

— Эй-й-й... Мин ниндәйҙер сәнскеләр менән ҡапланғанмын. Ә аяҡтарым шундай ҡыҫҡалар, — тип иламһырай терпе-тилберкәй. — Ә әсәйем миңә, аппағым-йомшағым, тип өндәшәсе. Мин бит аҡ та, йомшаҡ та түгел.

Улар шулай иҫтәре китеп һыуҙағы шәүләләрен күҙәткән арала һыу, баҡһаң, күбәйә лә башлаған. Хәҙер алда ла, артта ла һыу.

— Һыу-һыу! Был йылға! Батабыҙ! – тип сәрелдәй ҡуян-ҡустыбай.

— Әсә-ә-әй! Әсәкә-ә-й! – тип сеңләй терпе-тилберкәй. Ләкин һуң инде: һыу уларҙы бөтөнләй ҡамап ала. Шул саҡ улар эргәһендә йөҙөп килгән бер ағас туҡтай. Башта ҡуян-ҡустыбай уның өҫтөнә һикерә, шунан терпе-тилберкәйҙе эргәһенә тартып ала.

— Ныҡ тотоноп ултырығыҙ, — ти уларға Ағас. – Юғиһә, һыуға ҡоларһығыҙ. Ә ул тәрән – батырһығыҙ.

— Ә һин үҙең ниңә батмайһың? — ти ҡуян-ҡустыбай.

— Шулай-шул, — ти терпе-тилберкәй. – Һин бит беҙҙән әллә нисә тапҡырға ҙурһың!

— Ауырһыңдыр ҙа әле, — тип өҫтәй ҡуян-ҡустыбай.

— Дөрөҫ, — ти Ағас. – Мин ҙур ҙа, ауыр ҙа. Ләкин һыу мине батырмай.

— Ни өсөн? – тип икеһе бергә ҡысҡырып ебәрә кескәйҙәр.

— Һеҙ үҙегеҙ кемдең һут-һөтөн эсеп үҫтегеҙ?

— Әсәйебеҙҙекен! – ти был ике сабый бер-береһенә ҡарашып. – Эйе, ул беҙҙе имеҙҙе.

— Ә мин, — ти Ағас, — һыу эсеп үҫтем. Минең әсәм – Һыу. Ә әсә үҙ балаларын батырмай ҙа, үлтермәй ҙә. Һеҙгә лә әсәйҙәрегеҙ йыраҡ китмәҫкә ҡушҡандыр әле?

— Ҡушҡайнылар ҙа ул, беҙ тыңламаныҡ шул, – ти терпе-тилберкәй.

— Уныһы шулай ҙа, — тип көрһөнә ҡуян-ҡустыбай. – Уның ҡарыуы – беҙ һыуҙы күрҙек. Һыуға ҡарап бер-беребеҙгә оҡшамауыбыҙҙы аңланыҡ, йәнә... ҙур һәм ауыр ағастың ни өсөн батмауын белдек.

— Эйе шул! – тип сәпәкәй итә терпе-тилберкәй. — Беҙ тағы әллә күпме нәмә белербеҙ әле! Бына, ҙур яҡты нимә беҙгә эйәреп йөҙә лә йөҙә, ул нимәкәй икән?

— Ул – Ҡояш, — ти ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәгәндән һуң ауған был Ағас. – Ул үҙе тыуҙырған барса тереклекте, барса үҫемлекте бер ҡасан да ярҙамынан ташламай. Бөтә әсәйҙәрҙең дә әсәһе — Һыу! Атаһы — Ҡояш.

— Беҙ ҡасан әсәйҙәребеҙгә барып етербеҙ икән? — ти терпе һәм ҡуян.

Ағас бер боролошта йыуан башы менән килеп төртөлә.

— Рәхмәт һиңә, Ағасҡай! — тип ергә һикерә сабыйҙар һәм һәр ҡайһыһы үҙ әсәһен эҙләргә урман эсенә инеп китә.

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар