» » » ҺУҒЫШ БУЛМАҺЫН!

Баҫылды : 3-05-2016, 19:23 |
Рубрика: Еңеү көнө / Авторҙар / Минең ғаиләм
Просмотров: 422
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 05-2016
Рубрика: Еңеү көнө / Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме: ҺУҒЫШ БУЛМАҺЫН!
Автор: Нияз СӘЛИМОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Еңеү көнө / Авторҙар / Минең ғаиләм

ҺУҒЫШ БУЛМАҺЫН!

 

 

Нияз СӘЛИМОВ

ҺУҒЫШ БУЛМАҺЫН!

Минең олатай

Һуғышта булған.

Күкрәге уның

Миҙалға тулған.

—Һуғыш һүҙе, — ти, —

Йөрәкте яра.

Һыҙлай әле лә

Ул һалған яра.

Утлы яуҙарҙа

Ҡырылды күптәр,

Йәп-йәш көйөнә

Йомолдо күҙҙәр...

Башҡаса, — ти ул, —

Булмаһын һуғыш.

Бала-сағаны

Баҫмаһын һағыш.

Мин дә ҡушылдым

Уның һүҙенә,

Баҡһын ал ҡояш

Һәр саҡ күҙемә!

 

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.