» » » Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә

Баҫылды : 16-11-2015, 16:14 |
Рубрика: Авторҙар / Минең ғаиләм
Просмотров: 460
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2015
Рубрика: Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме: Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә
Автор: Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя Зыяи

Авторҙар / Минең ғаиләм

Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә

 

 

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА

Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә

(Хикәйә)

Илгиз менән Нургиз – класташтар. Беренсе класҡа уҡырға бергә төштөләр. Тиҙ дуҫлашты улар. "Холоҡ-фиғелдәрегеҙ ҙә, хатта, исемдәрегеҙ ҙә оҡшаш”, - ти Илгиздең әсәһе. "Икегеҙ ҙә тырышһығыҙ. Тик "бишле”гә генә уҡыйһығыҙ, афарин!” – тип Нургиздең өләсәһе малайҙарҙы маҡтап ҡуя.

Бер көн Илгиз дуҫына килһә, ул өйҙә юҡ.

— Оҫтаханала ул, - тип Нургиздең өләсәһе малайҙы ихаталағы кескәй өйгә индереп ебәрҙе.

Нургиз таҡта йыша ине. Дуҫтар ихлас күреште. Хатта, өлкәндәргә оҡшатып, бер-береһенең ҡулбаштарынан ҡағып ҡуйҙылар.

— Таҡталарҙы нимәгә әҙерләйһең? – тип һораны Илгиз.

— Сыйырсыҡ ояларын яһарға уйлайым, - тип Нургиз йылмайҙы.

— Һеҙҙә сыйырсыҡ оялары бар ҙа инде, - Илгиз сикһеҙ ғәжәпләнде.

— Икәү генә шул. Йәнә өстө эшләргә уйлайым, - Нургиз тирләгән маңлайын, сикәләрен ҡулъяулығы менән һөртөп ҡуя.

— Сыйырсыҡтар йылы яҡтарға осоп китте бит, - тип дуҫы һаман аптырай.

— Ғүмер тиҙ үтә, ти өләсәйем. Тағы яҙ етер, ҡоштар тыуған яҡтарына ҡайтыр. Ваҡыт барҙа ояларҙы яһап, әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Ҡоштар ҡайтыр саҡта ғына тотонһам, йә ваҡыт булмаҫ – һуңлармын.

Нургиз йышылған таҡталарҙы тикшереп ҡараны.

— Беләһеңме, Илгиз дуҫ, атайымдың яратҡан мәҡәле бар. "Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә”, - тип әйтә ул.

Мәғәнәле мәҡәлде Илгиз дә күңеленә һеңдерҙе. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәй, дуҫының зирәклегенә, бөтмөрлөгөнә һоҡланды.

Ә һеҙ, балалар, хеҙмәт тураһында тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.