» » » ӨЛӨШЛӨ БӘЛЕШ

Баҫылды : 20-10-2015, 12:33 |
Рубрика: Авторҙар / Тәмлекәс / Минең ғаиләм
Просмотров: 367
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 09-2015
Рубрика: Авторҙар / Тәмлекәс / Минең ғаиләм
Исеме: ӨЛӨШЛӨ БӘЛЕШ
Автор: Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Азамат Ғарипов

Авторҙар / Тәмлекәс / Минең ғаиләм

ӨЛӨШЛӨ БӘЛЕШ

 

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

ӨЛӨШЛӨ БӘЛЕШ

 

Тыуған көнөмә минең

Әсәй бешергән бәлеш.

Бер кемде онотмаған,

Сығарған тигеҙ өлөш.

 

"Сәскәләр” менән биҙәлгән,

Уртала шәмдәр яна,

Миңә нисә йәш икәнен,

Әйтмәйем, үҙең һана.

 

Өс өлөш беҙгә — ҡыҙҙарға,

Икәү — атай-әсәйҙә,

Һеңлемә лә, ҡустыма ла

Берәр эләкте сәйгә.

 

Игеҙәктәр Айгиз, Илгиз

Икешәрҙе алғандар,

Ә дуҫтары Дамир, Ғүмәр

"Ауыҙ асып” ҡалғандар.

 

Аптыраманы әсәйем,

Бирҙе өлөш дуҫтарға.

Аңламаным, ҡайҙан алған

Тағы өлөш уларға?

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.