Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 9-09-2015, 10:51 | Категория: Хаттар, Яңылыҡтар, Фотолар

Просмотров 392
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2015
Рубрика:Хаттар, Яңылыҡтар, Фотолар
Исеме:“Йәйғорҙар” һәм “Күбәләктәр”
Автор:Айнар Байбулатов
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

"Аҡбуҙат” был юлы, ҡанаттарын ҡағып, Өфө ҡалаһының 51-се балалар баҡсаһына табан осто. Балалар уны көләс йөҙҙәр менән ҡаршы алды. Шау-гөр килеп торҙо һәләтле, шаян кескәйҙәрҙең мөғжизәле баҡсаһы.

 

Балалар баҡсаһын етәкләүсе Гүзәл Яңыбай ҡыҙы Ғәлиуллина балаларға гелән: "Тәртипле һәм дуҫ булығыҙ!” - тип әйтеп кенә тора.

Йәйғор төҫтәренә буялған был баҡсала кескәйҙәрҙең дүрт төркөмө башҡорт телен өйрәнә. Беренсе категориялы тәрбиәсе Шәүрә Самарбай ҡыҙы Ярмуллина "Йәйғор” исемле уртансы төркөмдө етәкләй. "Күбәләктәр” исемле өлкән төркөмгә йөрөгән балалар менән юғары категориялы тәрбиәсе Зөлфиә Рәғип ҡыҙы Уркутова шөғөлләнә. Өлкән тәрбиәсе Әлмира Флүр ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендә балаларға туған телде өйрәтеүгә, башҡорт рухында тәрбиәләп, уларҙың һәләттәрен арттырыуға бик күп көс һалалар. Көн һайын тигәндәй кескәйҙәр башҡортса шиғыр һөйләй һәм төрлө әкиәттәр сәхнәләштерә.

"Йәйғорҙар” ҙә, "күбәләктәр” ҙә журналыбыҙ менән дуҫ, уны яратып уҡыйҙар. Рәсем, фотоларын ебәрәләр. Был отҡор балалар ата-әсәләрен дә, тәрбиәселәрен дә тик ҡыуандырып ҡына тора.

Айнар Байбулатов әҙерләне.

 

 

(голосов:2)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар