Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 10-09-2015, 10:36 | Категория: Ҡотлауҙар, Бәпембә, Шиғырҙар

Просмотров 151
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2015
Рубрика:Ҡотлауҙар, Бәпембә, Шиғырҙар
Исеме:“Бисмиллаһ”
Автор:Ғайсар ҠАНСУРИН
Район:Ейәнсура
Ауыл:Байыш
Рәссам:

 

Республикабыҙ буйлап Башҡортостан Яҙыусылар союзының "Әҙәби нағыш" исемле марафоны атлай. Ейәнсурала үткән марафонда 12 йәшлек Ғайсар Ҡансурин иң өмөтлө ҡәләм эйәһе тип табылды. Иҫегеҙҙә булһа, "Аҡбуҙат” журналының "Бәпембә” фестивалендә лә беренселекте яулағайны ул. Әҙәбиәт йылында ҡаҙанған уңышы менән ҡотлайбыҙ Ғайсарҙы!

 

 

 

"Бисмиллаһ”

 

"Бисмиллаһ” менән уянам,

Торам "бисмиллаһ" менән.

Өҫтәл артына ултырам

"Бисмиллаһ” менән гелән.

Һәр башлаған яңы эшкә -

"Бисмиллаһ” тип тотонам.

"Бисмиллаһ” тип бар күңелһеҙ

Уйҙарымдан ҡотолам.

"Бисмиллаһ” тип, төндәр еткәс,

Ҡулға алам мендәрем.

Иртәгә лә көтһөн мине

"Бисмилла”лы көндәрем!

 

Ғайсар ҠАНСУРИН.

Ейәнсура районы Байыш мәктәбе уҡыусыһы.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
06-2013

06-2013

“ Аҡбуҙат” журналының 6-сы һанына күҙәтеү...
Яҙ/ Ғайсар Ҡансурин

Яҙ/ Ғайсар Ҡансурин

Ҡар иреп бөттө...
Комментарийҙар