» » » Иң яратҡан әйбер...

Баҫылды : 25-10-2015, 09:15 |
Рубрика: Алтын бишек / Минең ғаиләм
Просмотров: 406
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2015
Рубрика: Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме: Иң яратҡан әйбер...
Автор: Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ЗЫЯИ

Алтын бишек / Минең ғаиләм

Иң яратҡан әйбер...

 

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

 

Иң яратҡан әйбер...

 

Бер көн беҙ Фәнис менән йыр дәресе үтә торған бүлмәгә индек. Илһам ағай баянда уйнай ине. Уға ҡамасауламаҫ өсөн шым ғына тәҙрә төбөнә ултырҙыҡ. Моң баяндан түгел, ә Илһам ағайҙың етеҙ бармаҡтарынан һирпелә кеүек. Йөҙө йә етдиләнеп, йә бер балҡып китә.

— Шопен бөйөк композитор. Ул иҫ киткес матур көй — соната яҙған. Мин ер йөҙөндә бар нимәнән дә нығыраҡ музыканы яратам,— тине Илһам ағай, уйнауҙан туҡтап.

—Ә һеҙ нимә яратаһығыҙ? — тип һораны.

—Күп нәмә, — тип һөйләп алып киттем мин. — Эт, фил, ат, ҡыҙыл кавалеристар, боронғо һалдаттар, йыраҡ йондоҙҙар, һәм башҡалар.

Ул мине уйсан йөҙ, ҙур иғтибар менән тыңланы ла:

—Ҡара һин уны! Бөтә донъяны яратаһың! — тине.
Шул вакыт Фәнис үпкәләгәндәй һүҙгә ҡушылды:

—Таптығыҙ аптырар нәмә. Мин Мараттан да күберәк яратам бөтәһен-бөтәһен!

Илһам ағай көлөп үк ебәрҙе:

—Бик ҡыҙыҡ! Йә әле, серҙәреңде беҙҙең менән дә уртаҡлаш?

Фәнис тамағын ҡырҙы ла:

—Мин аҡ ҡалас, батон, торт, кекс, пряник яратам, — тип теҙеп алып китте. — Пряниктың тульскийын да, баллыһын да. Тағы крәндил, ит, алма, эремсек бәлештәрен, бишбармаҡ, билмән. Балыҡ, ҡыҙҙырылған бәрәңге, ә колбасаны хатта бер килограмм ашап бөтә алам, үәт.

Фәнистең һанай-һанай тыны ҡыҫылып китте. Тәрән һулап, беҙгә ҡарап алды ла дауам итергә уйланы. Илһам ағай уны туҡтатып:

— Эйе, Фәнис, һин бик күүүп нәмә яратаһың. Ә тере йән эйәләренән кемде яратаһың һуң? — тине ул.

Фәнис уңайһыҙланып:

— Уф, онота яҙғанмын, тағы ла бесәйемде һәм өләсәйемде яратам, — тип өҫтәп ҡуйҙы.

 

 

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.