» » » БАЛАН ҠАҒЫ

Баҫылды : 16-09-2015, 12:22 |
Рубрика: Тәмлекәс / Мин "5" ҡуйҙым / Минең ғаиләм
Просмотров: 424
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2015
Рубрика: Тәмлекәс / Мин "5" ҡуйҙым / Минең ғаиләм
Исеме: БАЛАН ҠАҒЫ
Автор: Гөлнур ШӘРИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ЗЫЯИ

Тәмлекәс / Мин "5" ҡуйҙым / Минең ғаиләм

БАЛАН ҠАҒЫ

 

 

 

 

БАЛАН ҠАҒЫ
(Хикәйә)

 

 

 

Бөгөн дә Гөлбикә апай туғайҙан бер силәк балланып бешкән, татлы, ҡыҙыл баланды тиреп өйгә алып ҡайтты. Уны һалҡын һыуҙа сайҡатып, суйынға һалып, ҡыҙарып ятҡан ҡуҙҙарҙы усаҡҡа тартып, балан быҡтырҙы. Уңған хужабикә иләк аша үткәреп, баланды һөйәгенән айырҙы ла, таҡтаға һалып, йоҡа ғына итеп йәйеп, ҡаҡ ҡойҙо. Мейестең иң башына киптерергә ултыртты. Өй эсендәге тәмле еҫ урамдан уйнап ингән ҡыҙҙары Гөлсинәнең танауын ҡытыҡланы. Мөғжизә утрауын әйләнеп сыҡҡандан һуң, тәмле еҫ мейес башына мендерҙе. Шул тиклем үҙенә тартып торған ҡаҡты, башта бәләкәй бармаҡтары, унан тел осо менән тәмләп ҡарарға булды.

 

Их, ниндәй тәмле! Телеңде йоторлоҡ. Апаһының мейес башына йыш менеп-төшөп йөрөүе ҡурсаҡтары менән уйнап ултырған бәләкәй Гөлнәзирәне һағайтты. Апаһы төшкән арала, ул да менеп ялап ҡараны.

 

Ҡыҙҙарҙың эше көйләнде, ҡаҡ та яланып бөттө. Гөлбикә апай бер көндө, йәйгән ҡағы иҫенә төшөп, кипкәндер инде, алырға ваҡыт еткәндер, тип таҡтаны алһа, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы.

 

— Был ниндәй хәл, атаһы? Әллә бесәй ялаған инде?

 

Быны тыңлап ултырған ғаилә башлығы таҡтаны алып ҡарап:

 

— Ниндәй бесәй булһын инде, ҡаҡ өҫтөндә бәләкәй тел эҙе лә бар, ҙурҙыҡы ла, — тигәс, ҡаҡты ялаусыларҙың бит алмалары ҡыҙара:

 

— Әсәй! Беҙ бит, ҡаҡ йоҡарһа, тиҙерәк кибер тип тырыштыҡ!

 

 

 

Гөлнур ШӘРИПОВА.

 

Мәләүез ҡалаһы.

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.