Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 21-08-2015, 07:31 | Категория: Йыл миҙгелдәре » Йәй

Просмотров 283
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2015
Рубрика:Йыл миҙгелдәре » Йәй
Исеме:ЙӘШЕНМӘК
Автор:Рәзилә Ырыҫҡужина.
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

 

ЙӘШЕНМӘК

 

Уйнарға балалар ғына түгел, һауалағы болоттар ҙа ярата. Зәңгәр күккә оҙаҡ итеп ҡарап торһаң, уларҙың баҫтырышҡанын, бер-береһенән йәшенгәнен күреп була. Шулай бер көн күңелсәк баҫтырышҡан болоттарҙы ҡояш күҙәтеп торған да:

— Әйҙәгеҙ, мин дә һеҙҙең менән йәшенмәк уйнайым, — тигән.

— Әйҙә, — тигәндәр ҙә, болоттар йәшенешеп бөткәндәр. Ҡояштың сағыу нурҙары бөтә ергә таралғас, быларҙы тиҙ генә эҙләп таба ла ҡуя икән. Шунан болоттар:

— Хәҙер йәшеренергә һинең сират, — тигәндәр. Ҡояш риза булған да, тиҙ генә юҡҡа сыҡҡан. Болоттар уны эй, эҙләйҙәр, ти, эй, эҙләйҙәр, таба алмайҙар икән.

— Шунан былар ҡайғырышып, ҡарая башлағандар. Бер аҙҙан иларға тотонғандар. Тап ошо мәлдә ерҙә ямғыр яуа, йәшен йәшнәй, икән. Шаян ҡояш был күренеште ситтән генә күҙәтеп тора ла, илаҡ болоттарҙы йәлләп, үҙе килеп сыға. Күҙәткәнегеҙ булһа, көслө итеп яуған ямғырҙан һуң, ер яҡтырып китә, эйе бит? Был бары тик күктәге уйындар ғына икән.

 

 

Рәзилә Ырыҫҡужина.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
БОҘ АТ

БОҘ АТ

 ...
Комментарийҙар