Баҡа
Баҡа
Ҙур күҙле йәшел баҡа
Баҡылдай ҙа баҡылдай,
Ни әйтергә теләй икән —
Һис үҙен аңлап булмай?
Һыуҙа бата микән, тиһәң —
Оҫта ғына йөҙә белә,
Әллә минән ҡурҡа микән —
Вәт башыма бер бәлә!
Бер аҙымға яҡынланым
Һуҙып ярҙам ҡулымды,
"Суп” итеп һыуға сумды ла
Башын сығарып көлдө!
Гөлшат ЗӨЛҠӘРНӘЕВА, уҡытыусы.
Йылайыр районы Юлдыбай ауылы.
АРХИВ ЖУРНАЛОВ