Мин әйттем, суртан сиртте! » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 4-06-2015, 11:14 | Категория: Тылсымлы һандыҡ » Әкиәттәр

Просмотров 260
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2015
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ » Әкиәттәр
Исеме:Мин әйттем, суртан сиртте!
Автор:Айнар Байбулатов
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов

 

Мин әйттем, суртан сиртте!

 

(Рус халыҡ әкиәте)

 

Йәшәгән, ти, бер ҡарт. Уның өс улы булған: икәүһе аҡыллы, ә өсөнсөһө – Йәмәлкәй ағайҙары эшләгәндә мейес башында тик ята, ти.

Еңгәләре уны һыуға ебәрергә була:

- Йәмәлкәй, ике күнәк һыу алып кил әле?

- Юҡ, барғым килмәй...

- Бармаһаң, ағайҙарың баҙарҙан күстәнәс алып ҡайтмай.

Йәмәлкәй күнәк менән балта алып йылғаға китә. Мәке уйып күнәктәргә һыу тултыра. Мәкелә суртан ултыра. Уны эләктереп тә ала ти был.

Суртан ялына, ти:

- Кире һыуға ебәр мине, һиңә хеҙмәт итермен! Тик: "Мин әйттем, суртан сиртте!” - тип кенә әйтерһең.

- Мин әйттем, суртан сиртте! Күнәктәр үҙҙәре ҡайтһын.

Күнәктәр ауылға табан һикерәңләй башлай, ти. Йәмәлкәй суртанды кире һыуға ебәрә.

Еңгәләре Йәмәлкәйгә урмандан утын ярып алып ҡайтырға ҡуша. Урманға барғас, тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтһә, балта үҙе санаға ята, арҡан үҙе утынды бәйләй.

 

Йәмәлкәйҙең мәҙәктәре тураһында батша ишетеп ҡала. Вәзирен ебәрә. Уныһы килеп былай ти:

 

- Сыҡ, Йәмәлкәй, батшаға барабыҙ!

- Юҡ, барғым килмәй...

- Батша һиңә елән, бүрек һәм итектәр бүләк итәсәк.

- Улай булһа – мин әйттем, суртан сиртте! Мейес, батша һарайына алып бар мине!

Йәмәлкәй һарайға мейес башында килгәс, батшаның ҡыҙы уға ғашиҡ була ла ҡуя. Батша, асыуланып, уларҙы, мискәгә ултыртып, диңгеҙгә ташлата.

 

 

Йәмәлкәйҙең: "Мин әйттем, суртан сиртте!” – тип әйтеүе була, мискәһе лә үҙе ярға сыға, алтын һарайы ла үҙе төҙөлә. Улар икәүләп шунда бәхетле ғүмер итә башлай.

Батшаның был һарайға юлы төшә бер ваҡыт. Ныҡ ғәжәпкә ҡалып, ҡурҡып, Йәмәлкәйгә батшалығын биреп ҡуймаһынмы ҡартлас?!

Шулай Йәмәлкәй батша булып китә.

 

 

Айнар Байбулатов әҙерләне

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Бай ил

Бай ил

 ...
Алтын алма

Алтын алма

(Немец халыҡ әкиәте)...
Комментарийҙар