Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  2. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  3. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  4. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  5. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 3-04-2015, 19:39 | Категория: Журнал тураһында / Хаттар

Просмотров 599
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2015
Рубрика:Журнал тураһында / Хаттар
Исеме:“Йәйғор” исемле балалар баҡсаһы
Автор:Айнар Байбулатов
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Ашҡаҙар йылғаһы буйында "Йәйғор” исемле балалар баҡсаһы бар. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында урынлашҡан ул. Отҡор, шаян, аҡыллы һәм талантлы кескәйҙәр йөрөй унда. Йәйғорҙоң төҫтәре ни саҡлы бай булһа, балаларҙың да һәләттәре шулай уҡ.

 

Тәрбиәсе Зәйтүнә Муса ҡыҙы Аҙнаева кескәйҙәрен һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Уларҙы башҡорт телен һөйөргә, ололарҙы ихтирам итергә өйрәтә. Бергәләшеп хыялланалар, матур һүрәттәр төшөрәләр һәм спорт менән шөғөлләнәләр.

 

 

Регина Рәзил ҡыҙы Туйғилдина апайҙары менән бергә балалар халыҡ әкиәттәрен ҡуя. Кем белә, бәлки, бөйөк театр актерҙары ла булып китер улар.

 

Шау гөр килеп торған балалар баҡсаһын Гөлсәсәк Тимерғәле ҡыҙы Алимбаева етәкләй. Музейҙары ла бар.

"Аҡбуҙат” журналының тоғро дуҫтары бит улар. Журналды һәр саҡ яратып уҡыйҙар. Беҙгә шиғырҙарын, рәсемдәрен, фотоларын ебәрәләр. Һеҙҙән дә көтәбеҙ!

 

Айнар Байбулатов

 

 

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар