Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  2. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 3-01-2015, 18:07 | Категория: Авторҙар, Әкиәттәр

Просмотров 761
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2015
Рубрика:Авторҙар, Әкиәттәр
Исеме:ҺАРЫҠ МЕНӘН КӘЗӘ
Автор:Әкрәм БЕЙЕШ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

Әкрәм БЕЙЕШ

 

ҺАРЫҠ МЕНӘН КӘЗӘ

(Әкиәт)

Һыуыҡ, буранлы бер көн булған, ти. Яңғыҙ ғына бер Һарыҡ мырт-мырт көйшәп, һарайҙа ятҡан. Йылы, геүләп мейесе янып тора. Бер яҡ башта —тултырылған йәшел бесән, икенсе яҡта — әҙерләп ҡуйған утын, аҫтында — йомшаҡ һалам. Ул һыуыҡтың ни икәнен дә белмәй, ти.

Уйланып ҡына утҡа ҡарап ултырғанда, кемдер берәү шаҡ та шоҡ ҡапҡа ҡаҡҡан. Һарыҡ:

— Кем ул? — тип ҡараһа, ҡалтырап ҡына ишетелгән тауыш:

— Был мин — Кәзә, һинең күршең, тигән. Өшөнөм, тояҡтарым туңды, ҡолаҡтарым өҙөлә. Саҡ ҡына йылынып сығайым, Һарыҡ апай. Ас әле!

Һарыҡ ҡапҡаны асып өлгөрмәгән, шаулаған ел менән бергә Кәзә килеп ингән дә, баш-тояғын утҡа тығырҙай булып, мейес ауыҙына ҡапланған. Ул арала Һарыҡ ашарға әҙерләй башлаған: япраҡлы ғына матур бесән алып килеп һалған, йылы һыу ултыртҡан. Әҙ генә йылынып, күҙен асҡас, алан-йолан ҡарап, Кәзә ашарға тотонған. Ғүмер буйы бесән күрмәгән нәмә һымаҡ, йомарлап йотҡан, ти.

Тамағын да туйҙырып алғас Кәзәнең, теле лә сиселеп киткән. Үҙенең аһ-зарын, аслыҡта, һыуыҡта йөрөгәнен һөйләп, илап алған. Эсе бушағас, ҡапыл донъяһын иҫенә төшөргән һымаҡ, һикереп торған да:

— Ярар, Һарыҡ апай, һиңә ҙур рәхмәт. Ай-һай буран! — тип теләр-теләмәҫ кенә китергә йыйынған.

Һарыҡ уны йәлләп:

— Ҡайҙа бараһың инде хәҙер? Ҡуй, Кәзә, йөрөмә, — тигән. — Әйҙә, икәүләп торайыҡ. Бесән етәрлек. Бергә күңелле лә булыр, тигән.

Кәзә бик ҡыуанып риза булған. Былар икәүләп тора башлаған. Теләгәнсә йоҡлайҙар, теләгәнсә ашайҙар. Әҙ генә һарай һыуыйна башлаһа, мейескә яғып ебәрәләр. Ут алдында мырт-мырт көйшәп, мөңгөр-мөңгөр һөйләшеп ултыралар. Шулай итеп былар рәхәт кенә, тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, кемдер ҡапҡа ҡаҡҡан. Шул арала Кәзә уны-быны уйламай, ҡапҡаны асып та ебәргән. Ҡараһалар ٳ Бүре!

Бүре яйлап ҡына килеп ингән, тирә-яҡты ҡарап, башын сайҡап торған да:

— Бына бит! — тигән. — Һеҙ урлап бөткәнһегеҙ икән минең бесәнде. Таптым бит! Хәҙер ашайым икегеҙҙе лә!

Кәзә ҡалтырап төшкән, ыҡ-мыҡ итеп, алғараҡ сығып баҫҡан да:

— Бүре ағай, мин алманым һинең бесәнеңде, Һарыҡ алған уны. Мин бында тормайым бит, йомошҡа ғына индем, —тигән.

— Әһә! — тигән Бүре, — һин алғанһың икән минең бесәнде. Хәҙер ашайым!

Һарыҡ бер ҙә ҡаушап ҡалмаған.

— Ашаһаң, ашарһың инде, — тигән. — Тик һин өҙгөләп ауырттырып ашама. Ауыҙыңды ҙур итеп асып тор, мин йүгереп барып, бөтөн көйө генә инәйем дә китәйем, — тигән.

— Ярай, — тигәндә ауыҙын ҙур асып йоторға әҙерләнгән. Һарыҡ артҡа сигеңкерәп торған да, йүгереп килеп-тороп Бүренең ҡаҡ маңлайына төкөп ебәргән. Теге тәкмәс-төкмәс асыҡ ҡапҡанан тышҡа осҡан. Һарыҡ уның артынан тиҙ генә ҡапҡаны яба һалып, Кәзә эргәһенә килгән. Ипләп кенә тегене мөгөҙөнән етәкләп алған да, сығарып ырғытҡан. Үҙе тағы бикләнеп, мейес алдына килеп ятҡан. Ә тышта әүәлгесә һаман ел олой, буран ҡотора, ти.


(голосов:1)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар