» » » БОҘ АТ

Баҫылды : 1-12-2014, 20:26 |
Рубрика: Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Просмотров: 654
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 12-2014
Рубрика: Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме: БОҘ АТ
Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

БОҘ АТ

 

БОҘ АТ

(Хикәйә)

Хәйҙәр тышҡа сыҡты. Бөгөн ҡар яумай. Көн матур, бик һыуыҡ түгел. Атаһы уның оҫта ҡуллы, ана, Хәйҙәр йоҡонан тороуға боҙҙан бер нисә һын яһап та ҡуйған. Төрлө хайуан-йәнлектәр араһынан Хәйҙәргә бер ат оҡшаны. Ул бына-бына осоп китергә әҙерләнгәндәй. Малай малҡайҙың ялынан һыпырҙы.

— Ат яратаһыңмы? — тип телгә килде шул саҡ ат.

— Эйе, — тип шатланды малай. – Минең исеме Хәйҙәр. Ә һинекесе?

— Мин боҙ ат.

— Буҙат! — тип ҡысҡырып ебәрҙе малай.

— Юҡ, боҙҙан яһалған ат. Исемем юҡ.

— Аҡбуҙат! Шулай булһын исемең!

Хәйҙәр рәхәтләнеп боҙ Аҡбуҙат менән уйнаны. Бер саҡ болот араһынан ҡояш килеп сыҡты. Нурҙары боҙҙа сағылды ла, аттың йөҙө ем—ем килде.

— Һине ҡояш ярата! – тине Хәйҙәр.

— Уй, артыҡ ныҡ яратмаһын, — тине боҙ ат, — Иретеп ҡуйыр.

— Мине апайым ҡай саҡ артыҡ ныҡ ярата. Былай ирегәнем юҡ, — тине Хәйҙәр..

Майҙансыҡҡа уйнарға бүтән балалар ҙа килә башланы. Хәйҙәрҙең боҙ атты берәүгә лә биргеһе килмәй.

— Әйҙә, һине үҙебеҙҙең өйгә алып ҡайтам.

— Миңә өйгә ярамай! — тине ат.— Минең ныҡ итеп өшөгөм килә,— тине боҙ ат.

— Ә мин өшөргә яратмайым, — тине малай һәм ҡайтып китте. Иртәгәһен тышҡа сыҡҡанда, боҙ аттың ярты ҡойроғо юҡ ине. Ниндәйҙер яуыз кешеләр уны һындырып киткәндәр икән. Сонтор ҡойроҡҡа ҡараған Хәйҙәрҙең күҙенән йәше тәгәрәне.

— Шулай тиҙ генә яҙ еттеме әллә? – тип һораны боҙ ат.

— Ҡыш башланып ҡына тора. Нишләп улай тиһең? – тип һораны малай.

—Улай булғас, нишләп илайһың? Мин бер мәртәбә генә, яҙ еткәс кенә илайым. Илай-илай ирейем. Һин иреһәң, мин дуҫһыҙ ҡалам бит, — тине боҙ ат.

— Илағаным бар, ирегәнем юҡ, — тине малай, — Ә һиңә ҡойроҡһоҙ ҡыйындыр бит?

— Иремә шул,— тине боҙ ат. — Көсһөҙҙәр генә йыш илай. Һинең атайың скульптор, ул һине лә, мине лә, бүтән балаларҙы ла илатмаҫ. Ул миңә матур ҡойроҡ йәбештере. Тик боҙҙан булһын!

Хәйҙәр ярҙам һорап атаһына йүгерҙе. Атаһы боҙ атҡа яңы ҡойроғон тағы ла оҙонораҡ, ҡупшыраҡ, бөҙрәрәк итеп яһап ҡуйҙы. Матур Аҡбуҙат янында хәҙер фотоға төшөүселәр күбәйҙе лә китте.

Хәйҙәр ҙә тик йөрөмәне, атаһына ярҙамлашты. Атаһы боҙҙан матур һындар яһағанда ҡорамалдарын алып биреште. Һепертке алып ҡар һеперҙе. Хатта бер заман уға эҫе булып китте.

Уны күҙәтеп торған боҙ ат шулай тине:

— Батыр егет икәнһең! Йылынан да, һыуыҡтан да ҡурҡмайһың.

¤йгә ҡайтҡас, әсәй ҙә уларҙы маҡтаны:

— Ауырыңҡырап тора инем, бөтөнләй һауыҡтым. Һеҙ кешеләрҙе ҡыуандырҙығыҙ. Һеҙҙең изгелекте күреп, күптәрҙең күңеле ирегәндер.

— Әсәй, улар бөтөнләй иреп бөтмәҫтәрме?! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Хәйҙәр.

— Юҡ, балам, ҡар ғына ирей бит.

— Боҙ ҙа ирей! Боҙ атым иремәһен ине, — тине Хәйҙәр.

— Иремәҫ! Беҙ уны әкиәт иленә ебәрербеҙ, — тине атаһы. – Ә күңел иреүе – яҡшылыҡ эшләү, ҡыуаныс теләүҙе аңлата.

Иртәгәһен Хәйҙәр күңел тураһында боҙ атына һөйләне.

— Минең дә әле күңелем ирене! – тине шул саҡ Аҡбуҙат. – Шулай булғас, йылы дуҫтарым янына йыл да осоп киләсәкмен!

 

 

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.