» » » СЫСҠАН менән ТӨЛКӨ

Баҫылды : 7-11-2014, 15:02 |
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Просмотров: 1 017
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2014
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме: СЫСҠАН менән ТӨЛКӨ
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

СЫСҠАН менән ТӨЛКӨ

 

 

 

СЫСҠАН менән ТӨЛКӨ

(чукот халыҡ әкиәте)

 

Йәшәгән, ти тундрала бәләкәй генә сысҡан. Бер ваҡыт ул усаҡ өҫтөндә сәй ҡайнатып, төлкөнө ҡунаҡҡа көткән.

Төлкө килгәс:

— Килдеңме! —тип һораған.

— Эйе! Әйҙә сәй ҡайнағансы уйнап алайыҡ! —тигән төлкө.

— Юҡ, көтөп тор аҙыраҡ, тәүҙә сәй эсәйек! — тигән сысҡан.

Төлкө асыуланып кире китергә булған. Сысҡан төлкөнөң ҡайтып китеүенән ҡурҡып ризалашҡан.

— Ниндәй уйын уйнайбыҙ? — тип һораған сысҡан.

— Әйҙә һикерәбеҙ.

Һикерә башлағандар. Төлкө бейегерәк һикергән. Сысҡан отолған.

Сысҡан:

— Әйҙә хәҙер йәшенмәк уйнайыҡ — кем кемде таба шул еңә! тигән.

Кем беренсе булып йәшеренә тип, бик оҙаҡ бәхәсләшкәндәр. Төлкө сысҡандан өҫтөнлөк алған.

Йәшеренгәс, төлкө, йөнтәҫ ҡойроғон тышта ҡалдырған. Сысҡан төлкөнө ҡойроғонан тартып сығарған. Ә шунан инде сысҡан ҡасҡан. Төлкө уны ярты көн эҙләп, табалмағас, сысҡанға:

— Һин миңә тауыш булһа ла бир! — тигән.

Сысҡан шунда уҡ:

— Мин бында! — тип яуаплаған.

Төлкө тауыш килгән яҡҡа ташланһа, ә сысҡан юҡ. Шулай итеп сысҡан: "Мин бында!” — тип, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгән. Ә төлкө иһә, тағы ярты көн сысҡанды баҫтырған. Ул ауыр тын алып усаҡ алдына саҡ барып йығылған.

— Сыҡ, һин еңдең! — тигән төлкө сысҡанға. Әйҙә сәй эсәйек!

Ҡараһалар — сәй әллә ҡасан инде ҡайнап бөткән.

 

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА тәржемәһе.

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.