» » » Дүрт һылыу

Баҫылды : 1-11-2014, 14:47 |
Рубрика: Авторҙар / Йыл миҙгелдәре / Ҡыш / Яҙ / Йәй / Көҙ
Просмотров: 508
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2014
Рубрика: Авторҙар / Йыл миҙгелдәре / Ҡыш / Яҙ / Йәй / Көҙ
Исеме: Дүрт һылыу
Автор: Рәшит Назаров
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Авторҙар / Йыл миҙгелдәре / Ҡыш / Яҙ / Йәй / Көҙ

Дүрт һылыу

Рәшит Назаров

Дүрт һылыу

Ер тирәләп дүрт һылыу
Әйлән-бәйлән уйнайҙар.
Диңгеҙҙәрҙе кисәләр,
Ҡыр-урманды буйлайҙар.

Ап-аҡ йөҙлө берәүһе
Ынйы көмөш башлыҡлы,
Байлыҡ тулы ҡапсыҡлы
Һәм бик оло ҡашыҡлы.

Уның һәр бер һулышы
Ерҙең өҫтөн бәҫәртә.
Кешеләрҙең йөҙҙәрен
Алландыра, йәшәртә.

Ҡапсығын сисеп ҡуйһа,
Бурандар бурай башлай,
Ыҙғыр елдәр ҡарҙарҙы
Ҡырҙарға илтеп ташлай.

Шул һылыу баҫҡан ерҙә
Сатлама һыуыҡ була.
«Ҡыш килде! Ҡыш килде!» — тип,
Балалар сана шыуа.

Икенсе һылыу ҡыштың
Тотонған һул ҡулына
Һәм баҫып бара һәр саҡ
Уның үткән юлына.

Аллы-гөллө күлдәге
Елдә елберҙәп тора,
Иҫкитмәле сәскәләр
Сәсен гел биҙәп тора.

Уның ҡайнар һулышы
Ҡарҙы-боҙҙо ҡамсылай.
Ҡышбикәнең үксәһен
Ҡаплай көмөш тамсылар.



Гөлдәр сәскә аталар,
Йәшәрәләр далалар.
«Яҙ килде!» — тип һөрәнләп
Тышта унай балалар.

Шунан килә йәй апай
Йәшел яулығын сөйөп,
Киң ҡырҙарҙың өҫтөндә
Тыпыр ҙа тыпыр бейеп.

Иген баҫыуҙарына
Алтын йүгертеп сыға,
Болотто ҡыҫып усҡа
Көмөш тамсылар һыға.

Еләктәре бешәләр,
Өҙөлөп үк төшәләр.
Ҡырҙа эшләп балалар
Оло булып үҫәләр.

Йәй артынан моң ғына
Алтын көҙ атлап килә.
Ерҙең сикһеҙ байлығын
Хөрмәтләп, маҡтап килә.

Бураларҙың ишеген
Ябып китә үтешләй,
Инеп сыға мәктәпкә —
Ҡайҙа ғына етешмәй!

Емештәр бешә был саҡ
Алланып та балланып.
Балалар йылмаялар
Күңелләнеп, шатланып.

Шунан тағы ҡыш килә,
Бигерәк инде йыш килә!
Ер тирәләй дүрт һылыу
Әйлән-бәйлән уйнайҙар.
Уйнайҙар ҙа уйнайҙар,
Һис бер уйнап туймайҙар.

 

 

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор